«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле үҙ репертуарының ынйыларынан торған программа менән сығыш яһай. Улар араһында – «Йыуаса», «Ҡул эше оҫталары», «Салауат мираҫы» йыр-бейеү композициялары һәм башҡа номерҙар. Тамашасылар билдәле, һирәк башҡарылған йырҙарҙы тыңлау мөмкинлегенә эйә. Башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары халыҡтың тарихы тураһында һөйләй, уларҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә.
«Мираҫ» ансамбле – республиканың танылыу яулаған коллективтарының береһе. Ул бейеү һәм йыр төркөмөн, халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын һәм ансамблде берләштергән. Коллективтың йыр-бейеүҙәре Башҡортостандың милли колориты, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең фольклоры менән һуғарылған.
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#Яңылыҡтар
#Мираҫ
#БашҡортТеле2020
#Баштел2020
#БашЯз2020
#ДеньБашкирскогоЯзыка2020