Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2020, 17:26

Бөгөн Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн, 9 декабрҙә, Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова тыуған көнөн билдәләй. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Ҡотлайбыҙ#КаринэХәбирова

«Башҡортостанда бер ҡасан да шул тиклем матур, мөләйем, шуның менән бергә йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнгән беренсе леди булғаны юҡ ине, — тип яҙҙы социаль селтәрҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. — Һуңғы ике йылда республикала «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы»; «Беҙҙең өйҙөң йәме»; «Аксаков шыршыһы»; «Ус төбөндәге бәхет»; «Кескәй принцессалар балы» һәм тәү сиратта әсәләргә, балаларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән башҡа мөһим социаль проекттар барлыҡҡа килде, хәҙер республика үҫешен уларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын».
Башинформ хәбәр итеүенсә, Каринэ Хәбированың биографияһында хәйриәлек мөһим урынды биләй. Республика етәксеһенең хәләл ефете бер нисә социаль проекттар өсөн яуаплы, форумдарҙа, социаль учреждениеларҙы асыуҙа ҡатнаша.
2019 йылдың авгусынан уның башланғысы менән республика ҡала-райондарында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» проекты тормошҡа ашырыла. Гүзәл заттарға һаулыҡ, матурлыҡ, балалыҡ, әсәлек, сәнғәт, стиль, үҫеш, эшҡыуарлыҡ тураһында лекция уҡыйҙар. Академия ҡатын-ҡыҙҙарға уңышҡа өлгәшергә һәм бәхетле булырға ярҙам итә.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының хәләл ефете һәм «Вся Уфа» телекомпанияһы «Беҙҙең өйҙөң йәме» проектын башлап ебәрҙе. Уның төп маҡсаты – балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә яратҡан ата-әсә һәм ғаилә табыу. Телеканал етем балалар тураһында видеояҙмалар әҙерләй, уларҙың яҙмышы һәм хыялы хаҡында һөйләй, роликтарҙы эфирҙа күрһәтә һәм интернетҡа һала. Проект ярҙамында 35 бала ата-әсәле булыу бәхетенә иреште.
Читайте нас: