Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 10:21

Стәрлетамаҡта яңы инфекция госпиталендә төҙөлөш эштәре тамамланды.

Әле учреждение мебель менән йыһазландырыла. Заманса медицина ҡорамалдары һынау үтә. Объекттың пациенттарҙы ҡабул итеү әҙерлеген республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны. Шулай уҡ бөгөн урындағы хакимиәттә ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле күсмә Хөкүмәт ултырышы үтте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#МиллиПроекттар

10 октябрҙә нигеҙ һалынып, ни бары илле көн эсендә төҙөлгән ковид-госпиталь тиҙҙән тәүге пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Өфө районы Зубов ауылындағы дауахананың тулы күсермәһе хәҙер Стәрлетамаҡта ла барлыҡҡа килде. Ете тажлы ҡурайҙы хәтерләткән объектта кеше ғүмерҙәре өсөн көрәш алып барыласаҡ.
Иркен коридорҙар, балалар һәм өлкәндәр өсөн уңайлы бокстар, заман талаптарына яуап биргән хирургия, реанимация, бала табыу бүлектәре. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы госпиталдә булдырылған диагностика һәм дауалау мөмкинлектәре менән танышты
Үпкәне яһалма елләтеү апараттары, компьютер томографы, рентген. Инфекция госпитален медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға 795 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, объект төҙөлөшө был сумманан яҡынса ике тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә.
Өфө районы Зубов ауылындағы дауахана менән сағыштырғанда, Стәрлетамаҡтағы медицина учреждениеһында кислород станцияһы күләме буйынса ҙурыраҡ, яҡынса аҙна ярымлыҡ запас тупларға була.
Ковид-госпиталь биләмәһендә вертолет майҙансығы ла булдырылған. Алыҫ райондарҙан ауыр хәлдәге пациенттарҙы санавиация менән килтереү ҡаралған. Яңы объект тулы ҡеүәттә эшләй башлау менән корьнавирус менән көрәш мөмкинлектәре лә киңәйә.
Медицина учреждениеһы төҙөлөшө тамамланыу уңайынан сәләмәтлек аллеяһы ла барлыҡҡа килде. Биләмәне йәшелләндереүҙә төрлө ведомство, министрлыҡ вәкилдәре ҡатнашты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыу буйынса көсөргәнешле эш алып барыла. Ярты йыл эсендә генә утыҙ мең квадрат метр майҙанда яңы инфекция госпиталдәре төҙөлдө. Коронавирус үҙенә күрә саҡырыу кеүек. Республика ҡатмарлы сирҙе еңеү юлында
Ҡурай таждарын хәтерләткән Ковид госпиталь проекты ил кимәлендә уңышлы тип таныла. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ошондай объекттар төҙөлә. Әйткәндәй, Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Стәрлетамаҡтың социаль иҡтисади үҫешенә бәйле Республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышында ла ҡатнашты, шулай уҡ урындағы мәшғүллек үҙәге эшмәкәрлеген ҡараны
Читайте нас: