Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 15:07

Көтөүсеһеҙ йөрөгән мал-тыуар өсөн штраф һалына.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был туралағы закон проектын ҡайтанан ҡарай. Быға Әбйәлил районындағы авария сәбәпсе булды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ДәүләтЙыйылышы#Закон

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был туралағы закон проектын ҡайтанан ҡарай. Быға Әбйәлил районындағы авария сәбәпсе булды. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, үҙ заманында Башҡортостан эйәһеҙ йөрөгән мал өсөн яза индергән беренсе төбәк булды.
- "Закон тарафынан был мәсьәлә яҡшы көйләнгән, икенсе һорау – уның үтәлешен тикшереү. Штрафтарҙы арттырыу бер ни бирмәҫ, һәр хәлдә беҙ был мәсьәләне тикшерербеҙ һәм хәл итеү юлын табырбыҙ", - тине Константин Толкачев.
Читайте нас: