Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 09:36

Хәйерле иртә!

Ҡара ерҙе япты ап-аҡ ҡарҙар...Күк иләге төндә иләне.Сафлыҡ төҫөн алды һоро көҙҙәр,Ерҙең аҡтан бөгөн еләне. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#ХәйерлеИртә#Шиғриәт#БашҡортТеле2020#Баштел2020#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020

Ҡара ерҙе япты ап-аҡ ҡарҙар...
Күк иләге төндә иләне.
Сафлыҡ төҫөн алды һоро көҙҙәр,
Ерҙең аҡтан бөгөн еләне.

Аяҡ аҫтым сафлыҡ бөркөп ята,
Баҫыуҙары әле уңайһыҙ.
Ап-аҡ ҡарҙар йондоҙ нурын сәсә,
Яҡты бөгөн хатта төн айһыҙ.

Шығыр-шығыр ҡарҙар күңелемә
Шыбыр-шыбыр ниҙер өндәшә.
Ошо мәлдә мин тик үҙемдеке,
Күңел ҡарҙар менән һөйләшә.

Аҡ томанлы ҡарҙар күпме яуҙы,
Ағартты ул нисә көҙҙәрҙе.
Был буранлы тормош күмер микән
Томоштағы беҙҙең эҙҙәрҙе?

Сафлыҡ бөркә ҡарлы, нурлы аҡ төн,
Һулап туйғыһыҙ ҙа һауаһы.
Тормоштоң бар һәр саҡ ҡара ыуы,
Аҡ ҡарҙарҙай бәхет-дауаһы.

Ап-аҡ ҡарҙар ергә һыйынғандар,
Сафлыҡ үҙе ергә яғылған.
Ышанамын, киләсәктә беҙгә
Аҡ ҡарҙарҙай бәхет яҙылған.
Фәнил Бүләков.
Читайте нас: