М. Аҡмулла исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты бөгөнгө көндә республиканың иң гөрләп эшләгән мәғрифәт усаҡтарының береһе һанала, бер һүҙ менән әйткәндә – исеменә күрә есеме. “Башҡорт теле йылы”на арналған саралар сиктәрендә күптән түгел университет онлайн форматта “Яҡтылыҡ һәм изгелек йырсыһы Аҡмулла” тип аталған әҙәби осрашыу үткәрҙе. Кисә бик йылы үтте, ҡатнашыусылар үтә лә күп ине. Белеүегеҙсә, ЗУМ платформаһындағы осрашыуҙарға бер юлы йөҙҙән артығыраҡ кешене индереү мөмкинлеге юҡ, сығыш яһарға теләүселәрҙең унда эләгә алмай сират тороуы ғына ла сараның ҙур уңыш менән уҙыуы хаҡында һөйләй.
Осрашыуҙа студенттарҙы Башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, декандың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Раушания Солтаҡаева, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова, “Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы, йәш шағир Ғәзиз Әбделмәнев сәләмләне. Улар барыһы ла Мифтахетдин Аҡмулланың башҡорт мәғрифәтселегенең башында тороуын һәм уның эшмәкәрлегенең үлемһеҙ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте, конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Студенттар, ысынлап та, сараға етди әҙерләнгән, бәйләнеш бары тик интернет аша ғына булһа ла, сығыш яһаусыларҙың һәр береһе үҙ фекерҙәрен һәм ҡараштарын тыңлаусыларға тейешенсә еткерергә ынтылды. Докладтарҙа бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте һәм тел ғилеме өлкәһендәге актуаль мәсьәләләр күтәрелде, уларҙың үҫешенә Аҡмулла традицияларының йоғонтоһо ла аныҡ һүрәтләнде. Бигерәк тә З. Ирғәлинаның “Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырына лингвостилистик анализ”, Г. Әхмәтшинаның “Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарында риторик һәм синтаксик фигуралар”, Г. Йәғәфәрованың “М. Аҡмулла шиғырҙарында ғәрәп һәм фарсы сығышлы һүҙҙәр” кеүек ҡыҙыҡлы тематик сығыштары хәтерҙә ҡалырлыҡ булды. Докладтарҙа килтерелгән мәғлүмәттәргә бәйле бәхәстәрҙә ЗУМ-дағылар барыһы ла тиерлек әүҙем ҡатнашты. Эшлекле осрашыу ватансыл темаларға арналған йыр һәм шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Конференцияның икенсе өлөшө иһә һөнәри йүнәлеш биреүгә арналған ине. Осрашыуҙы ойоштороусы һәм алып барыусы Раушания Әбделхәй ҡыҙының әйтеүенсә, Башҡорт филологияһы факультеты яңы шарттарҙа уҡытыуға тиҙ яраҡлашҡан һәм ошондай йәнле осрашыуҙар бында йыш ойошторола, был күренеш тә Аҡмулла аманатына тоғролоҡтоң бер күрһәткесе бит!