«Алан Викторович Марзаев, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәксеһе, ЮХХДИ менән берлектә Әбйәлил районында булған хәлгә иғтибар бүлегеҙ. Унда өс үҫмерҙең ғүмере ҡыйылды. Шулай уҡ аттарҙы контролһеҙ көтөүгә бәйле һорау бар. Бының өсөн административ яза ҡаралған, әлбиттә. Хәлгә тәрәнерәк төшөнөргә кәрәк. Баймаҡта булғанда был мәсьәләне күтәргәйнек. Уйларға кәрәк. Шундай ауыр фажиғә, аварияла өс бала һәләк булды», — тине Радий Хәбиров.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың Әбйәлил районында 6 декабрь төнөндәге авария бер юлы өс үҫмерҙең ғүмерен өҙҙө. 16 йәшлек водитель Ғаяз Х., «Башинформ» агентлығы сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, атаһының «Дэу Нексия» автомобилен йөрөтөргә алған. Үҫмерҙең водитель таныҡлығы булмаған. Ғаяз менән бергә машинала дуҫтары ла ултырған: 15 йәшлек Линиза Г., Данир А. Ҡолонло бейә менән бәрелешкәндән һуң, өсәүһе лә йән биргән. Билдәле булыуынса, дауаханаға илткәндә водителдең йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Фото һәм мәғлүмәт "Башинформ"дан алынды