Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 18:53

Өфө ихаталарын 140 яңы йыл шыршыһы биҙәй.

Өфө властары ихаталарҙа боҙ ҡаласыҡтары һанын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Быйыл ҡыш ҡаланы 140-ҡа яҡын яңы йыл шыршыһы, 80 тау, 55 боҙ ҡаласығы, 22 «пятачок» биҙәй, тип белдерҙе мэрияның матбуғат хеҙмәте. Ихаталарҙың күбеһендә хоккей майҙансыҡтары әҙер, бала-саға хоккей уйнай. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#МиллиПроекттар

Өфө властары ихаталарҙа боҙ ҡаласыҡтары һанын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Быйыл ҡыш ҡаланы 140-ҡа яҡын яңы йыл шыршыһы, 80 тау, 55 боҙ ҡаласығы, 22 «пятачок» биҙәй, тип белдерҙе мэрияның матбуғат хеҙмәте. Ихаталарҙың күбеһендә хоккей майҙансыҡтары әҙер, бала-саға хоккей уйнай.
Бындай ҡарар яңы коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа халыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирер, тип иҫәпләйҙәр ҡалала.
Башинформ хәбәр итеүенсә, Өфөлә өс төп ҡала шыршыһы һәм боҙ ҡаласығы була: Салауат Юлаев, Совет майҙандарында – ике пиксель шыршы, Ленин исемендәге майҙанда – Благовещен районынан килтерелгән урман һылыуҡайы. Шулай уҡ баш ҡаланың барлыҡ райондарында һәм үҙәктән алыҫта урынлашҡан биләмәләрҙә – 16 майҙансыҡта шыршылар ҡуйыла, боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә. Өҫтәүенә ҙур сауҙа үҙәктәре һәм магазиндар янында яңы йыл шыршылары урынлаштырыла.
Фото һәм мәғлүмәт Башинформдың рәсми сайтынан алынды
Читайте нас: