Район Ағиҙел буйы убалы тиҙлегендә барлыҡҡа килгән. Тәтешле районының көнсығыш ситенән Йоҡ ҡушылдығы менән Тере Танып йылғаһы, ә төньяҡ-көнбайышта Әри йылғаһы аға.
Тәтешле районында 22800 кеше йәшәй, шуның 61,8 проценты – башҡорттар, удмурттар – 21,5, татарҙар – 14,5 процент, урыҫтар – 1,8, башҡа милләттәр – 0,3 процент.
“Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы – игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, Аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бар тапҡан ваҡытымды вә хәл, вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-ярағы һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, Ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын...” – тип яҙған үҙ заманында мәшһүр мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой.
Бәрәкәтле Тәтешле ерендә Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Әнғәм Атнабаев, Хәниә Фәрхи кеүек шәхестәр тыуып үҫкән.
Республиканың Стратегик тикшереүҙәр институты ғалимдары Тәтешле районы башҡорттары тарихы буйынса ғилми-методик пособиеларҙың һәм материалдарҙың презентацияһын үткәрҙе.
Белеүебеҙсә, ғалимдар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн башҡорт ырыуҙарының картаһы булдырылды һәм “Без – башҡортлар” тип исемләнгән китап нәшер ителде. Һәр район өсөн айырым баҫма донъя күрҙе. Иң ҡыуаныслыһы: унда төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға мөмкин.