Хеҙмәт министрлығында белдереүҙәренсә, уларҙы түбәндәге хеҙмәткәрҙәр генә алырға хоҡуҡлы:
— сovid-19 менән эшләгән табиптар;
— карантин шарттарында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр;
— изоляция ваҡытында халыҡҡа ярҙам күрһәткән ирекмәндәр;
— биоматериалдар менән һәм изоляция тәртибен тәьмин итеү буйынса эшләгән Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре;
— ковид-госпиталдәрҙе һаҡлауға йәлеп ителгән Эске эштәр министрлығы, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре;
— изоляция режимын үтәүҙе контролдә тотҡан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре;
— Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары социаль учреждениеларының карантин шарттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәре.