Башҡорт теле йылы аҙағына яҡынлаша. Пандемия шарттарына ҡарамай, билдәләнгән саралар, эштәр тулы күләмдә тормошҡа ашырылып килә. 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнө айҡанлы ойошторолған саралар исемле йылды йомғаҡлау, һығымталар яһау маҡсатын да ҡуя.
12 декабрҙә, баш ҡалалағы “Арт-Квадрат”тың “Йөрәк” тип аталған залында “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара үтә. Ул 17.20 сәғәттә башлана. Уның барышында башҡорт телен киңерәк танытыуға арналған проекттар менән таныштырыу ойошторола. Сара ҡәҙимге һәм онлайн алымдарҙа үтә, сөнки эпидемиологик сикләүҙәр сәбәпле, ҡатнашырға теләге булған барлыҡ кешеләрҙе бер майҙанға йыйыу мөмкин түгел. Проекттарҙың авторҙары, йәмәғәт лидерҙары күҙгә-күҙ ҡарашып осрашып һөйләшәсәк, ә киң ҡатлам халыҡ өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм социаль селтәрҙәр аша тура эфир ойоштороласаҡ.
Сара барышында яңы башҡортса-русса һәм русса башҡортса тәржемә веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү буйынса мобиль ҡушымталар, “Аҫылташ” йәштәр брендының проекттары менән таныштырасаҡтар.
Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора. Программаның махсус ҡунағы сифатында йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов сығыш яһаясаҡ.