Онлайн сарала ҡатнашыусыларҙы Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов сәләмләне. Семинарҙа республика Стратегик тикшереүҙәр институтының Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, “Шәжәрә” Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин һәм башҡалар сығыш яһаны.
“Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” менән таныштырҙылар. Уларҙа тарихи документтар һәм картография материалдары ярҙамында мөһим мәғлүмәттәр бирелгән. Был методик пособиелар тарих-архив документтарын өйрәнгәндә кәрәк. Шулай итеп, хәҙер уларҙың береһе тәтешлеләрҙең дә тарихи мәғлүмәттәргә бай төйәгенә арналды.
Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында республика шәжәрә байрамында еңгән, Бөтә Рәсәй кимәлендә “Ауыл ғаиләһе” номинацияһы лауреаты Земфира һәм Бәхтигәрәй Арманшиндар йәшәй. Улар тотош ғүмерен тарих сылбырҙарын тергеҙеүгә, шәжәрә ептәрен тергеҙеүгә арнаған. Ғаилә башлығы – шәжәрәләр конкурсында Гран-при яулаған Бәхтигәрәй Арманшинды хәҙер республикабыҙҙа ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр ҙә яҡшы белә. Уның оҙаҡ йылдар алып барған хеҙмәтенә таң ҡалырһың! “Мәшһүр мәғрифәтсе Ғәле Соҡорой шәжәрәне эшләп ҡалдырған беҙгә. Үҙемдең Ғарифулла Кейековтың затынан икәнлегемде белә инем. 1868 йылдан алып 1912 йылға тиклем метрикаларҙы ҡарап, шәжәрәне тупланым. Барлығы ике меңгә яҡын кеше булды. Туғыҙ быуынға тиклем эшләнем”, – Бәхтигәрәй Сәхипгәрәй улы.
Шулай итеп, Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылынан Бәхтигәрәй Арманшин шәжәрәһен өйрәнеп туғыҙ быуынын асыҡлаған. Уның нәҫеле, Кейековтар, күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройға барып тоташа. Бәхтигәрәй Арманшин архив документтары ярҙамында Ирәкте-Уран башҡорттары ырыуынан булыуын иҫбатлай алған.
Шулай итеп, Тәтешле районында тыуған төбәген өйрәнергә, киләһе быуындарға тарихи ынйыларҙы сайпылдырмайынса ҡалдырырға, зат-нәҫел шәжәрәһен төҙөргә теләгәндәр байтаҡ. Насибулла Хөснуллин да - тап шундайҙарҙан. “Ата-бабаларыбыҙ телендә һөйләшәбеҙ. Ғүмер буйы ошо телдә аралашабыҙ. Без – башҡортлар”, – тине ул сығышында.
Тәтешле музейы директоры Айһылыу Шәрифйәнова ла киләсәк быуындарға тарихи мәғлүмәттәрҙе тапшырыу зарурлығы һәм башҡалар хаҡында һөйләне, Өфөнән килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов: “Был хеҙмәттәр – оҙаҡ йылдар эҙләүҙәр, тикшереүҙәр һөҙөмтәһе. Һеҙ күрһәткән мәғлүмәттәрҙе яҡындарыбыҙға һәм башҡаларға, шулай уҡ райондан ситтә йәшәгәндәргә лә мөһим, ҡиммәтле икәнлеген әйтербеҙ”, - тине.