Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 13:00

Ял итә, итә, итә...

"Яндарыңа барыр инем, ял итә, итә, итә..."«Ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө – Инйәр – Белорет юлында юл буйы сервисы төҙөй. Компания директоры — 32 йәшлек Тимерғәле Ураҙғолов кафеһы, ҡунаҡханаһы, фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү урыны, балалар майҙансығы, мәсете, автомобиль туҡталҡаһы булған комплекс төҙөргә ниәтләй.

"Яндарыңа барыр инем, ял итә, итә, итә..."
«Ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө – Инйәр – Белорет юлында юл буйы сервисы төҙөй. Компания директоры — 32 йәшлек Тимерғәле Ураҙғолов кафеһы, ҡунаҡханаһы, фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү урыны, балалар майҙансығы, мәсете, автомобиль туҡталҡаһы булған комплекс төҙөргә ниәтләй. Бурысҡа аҡса алыу планлаштырылмай, инвестор 130 миллион һум аҡсаһын һала. Объект 85 эш урыны булдырырға мөмкин.
Компания 1,15 гектар ерҙе ҡуртымға алған да инде, унда проектлау-тикшеренеү эштәре бара. Төҙөлөш эштәрен 2021 йылдың февраль-март айҙарында башлау күҙаллана.
«Был трассала заманса юл буйы объекттары аҙ. Шуға күрә сәйәхәтселәрҙең туҡтап, алыҫ юлға сығыр алдынан рәхәтләнеп ял итеү урыны булһын өсөн уны йәнләндерергә кәрәк. Проектты хупларбыҙ», – ти республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Читайте нас: