Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 13:50

ЦЕХ

ЦЕХРоманҒәлиәнең кабинетҡа килеп кереүенән цех начальнигы бер аҙға албырғап ҡалды, гүйә, көҙгөлә сағылған нурға күҙҙәре ҡамашты. Шул уҡ мәлдә күңеле төбөндә аңлайышһыҙ шом ҡуҙғалды. Күҙгә күренмәгән яҙмыш һуҡмағының сатына еткәндә һәр кемдең дә йөрәге бер мәлгә генә туҡтап ҡала бит. Шуны тойоп, кемдеңдер йөрәге сәнсә, ә кемгәлер был иҫкәртеү, иләҫ-миләҫ төштәй булып ҡына зиһенендә сағыла ла, шундуҡ онотола.Хистәр сырмауынан, ниһайәт, арынып, үҙен йәбешкәк үрмәксе ауынан ҡотолғандай итеп һиҙгән Павел Николаевич ишек төбөндә туҡтап ҡалған ҡыҙға йүнәлде.– Ғәлиә!..

ЦЕХ
Роман
Ғәлиәнең кабинетҡа килеп кереүенән цех начальнигы бер аҙға албырғап ҡалды, гүйә, көҙгөлә сағылған нурға күҙҙәре ҡамашты. Шул уҡ мәлдә күңеле төбөндә аңлайышһыҙ шом ҡуҙғалды. Күҙгә күренмәгән яҙмыш һуҡмағының сатына еткәндә һәр кемдең дә йөрәге бер мәлгә генә туҡтап ҡала бит. Шуны тойоп, кемдеңдер йөрәге сәнсә, ә кемгәлер был иҫкәртеү, иләҫ-миләҫ төштәй булып ҡына зиһенендә сағыла ла, шундуҡ онотола.
Хистәр сырмауынан, ниһайәт, арынып, үҙен йәбешкәк үрмәксе ауынан ҡотолғандай итеп һиҙгән Павел Николаевич ишек төбөндә туҡтап ҡалған ҡыҙға йүнәлде.
– Ғәлиә!..
Яҡынайғас, ҡыҙҙың күҙҙәре күлдәй булып йәшкә тулғанын, ирендәренең тыңлауһыҙ дерелдәүен шәйләне лә йөрәге жыулап китте.
– Ғәлиәкәй, ни булды, ниңә илайһың?
Ҡыҙ өҫ кейемен дә алмаштырмаған, гүйә, урамдан яңы кереп тора…
– Павел Николаевич, ни йөҙөгөҙ менән шундай оятһыҙлыҡ ҡылдығыҙ? – тине Ғәлиә ҡалтыранған ирендәре менән йәш тулы күҙҙәрен ситкә төбәп. Ҡыҙ бына-бына сәсрәп илап ебәрерлек хәлгә еткәйне. Уның был хәле Павелды тамам шаңҡытып, ул ҡыл ҡыбырҙатырға ла ҡурҡҡандай урынында ҡатып ҡалды.
– Мансур… Ул бур түгел! Юҡ, ул бур түгел, урлашырға ҡулы ла, аҡылы ла бармай бит уның! Бер ғәйепһеҙ кешегә бысраҡ яғырға ни хаҡығыҙ бар, Павел Николаевич?! Шулай итеп уны юлығыҙҙан алырға булдығыҙмы? Хоҙайым, ниндәй намыҫһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ был! Павел Николаевич, һеҙҙе мин яҡшы кешегә иҫәпләп, шундай ихтирам итә инем, ә һеҙ… Битһеҙ әҙәм икәнһеҙ!
Читайте нас: