Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 13:15

Шайморатов

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНАШАЙМОРАТОВАңыбыҙға һеңгән ошо исем, Ҡаныбыҙға һеңгән йыр булып. Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ булып, Әкиәт батырылай, сер булып...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
ШАЙМОРАТОВ
Аңыбыҙға һеңгән ошо исем,
Ҡаныбыҙға һеңгән йыр булып.
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ булып,
Әкиәт батырылай, сер булып...

Буденныйҙан алған бүләк ҡылыс
Уң ҡулында - тоғро ҡоралы.
"Беҙ - Салауат тоҡомдары!" - тигән
Анты булған һуңғы ораны.

Халыҡ белде: утта яндырманы,
Һыуға батырманы Батырын;
Ат өҫтөндә яуға ингән батыр,
Ат өҫтөндә кире ҡайтырын!

Асығыҙсы Өфө ҡапҡаларын!
Киңерәк итеп!
Аса һалығыҙ!
Уттан сығып, батыр ҡайтып килә,
Ҡайтып килә атлы даныбыҙ!

Батырҙарҙың даны алдан ҡайта,
Үҙе ҡайта яуҙар баҫылғас...
Миҙал булып ҡайтты батырыбыҙ,
Өфө ҡапҡалары асылғас.

Герой булып ҡайтты!
Улдарының
Күкрәгендә йәшәй әле ҡуҙ!
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ Батыр,
Тыуған илкәйеңә түрҙән уҙ!

Асығыҙсы Өфө ҡапҡаларын!
Киңерәк итеп!
Аса һалығыҙ!
Ат уйнатып ҡайтып килә, ана,
Шайморатов атлы даныбыҙ!
Читайте нас: