Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 13:05

Ниҙәр булыр икән?

Тимер ЙОСОПОВ,Башҡортостандың халыҡ шағиры. НИҘӘР БУЛЫР ИКӘН?.. Ҡала урамындай башым геүләй, Ил михнәте төштө елкәгә. Башҡорттарҙың хәле һис үҙгәрмәй, Ниҙәр булыр икән иртәгә.

Тимер ЙОСОПОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

НИҘӘР БУЛЫР ИКӘН?..

Ҡала урамындай башым геүләй,
Ил михнәте төштө елкәгә.
Башҡорттарҙың хәле һис үҙгәрмәй,
Ниҙәр булыр икән иртәгә.
Көндәр килһен,
Ҡайырылып ҡына
Уңған икән ҡырҙа ашлыҡтар.
Тик шулай ҙа башҡорт башҡайына
Етә яҙҙы беҙҙең башлыҡтар.
Ҡарарҙары сыҡты,
Тейҙе инде
Үтмәҫ ҡарарҙары теңкәгә.
Башҡорттарҙың хәле һис үҙгәрмәй.
Ниҙәр булыр икән иртәгә.
Үпкәләйем һеҙгә, олатайҙар,
Ҡуҙғатамын һеҙҙең һөйәкте.
Йомартланып бер әсмүхә сәйгә
Һатҡанһығыҙ тыуған төйәкте.
Ҡойороғон болғап ситтәр килгән.
Хәтерләтеп һары төлкөнө.
Күп яландар ҡулдан киткән инде,
Беҙгә ҡалған урман төпкөлө.
Урман геүләй,
Урман тертләй икән,
Урман төпкөлөнә яҙ етмәй.
Башҡорт ауылына уттар етмәй,
Башҡорт ауылына газ етмәй.
Ҡала урамындай башым геүләй,
Ил михнәте төштө елкәгә.
Башҡорттарҙың хәле һис үҙгәрмәй,
Ниҙәр булыр икән иртәгә?!...
Читайте нас: