Арбитраж суд «Башҡортостан сода компанияһы» акцияларын Рәсәй федерацияһы мөлкәтенә кире ҡайтарыу буйынса генераль прокуратураның дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Был ҡарарҙан һуң төбәк фонды менән «Башҡортостан химияһы» компанияһындағы акциялар дәүләт мөлкәтенә тапшырылырға тейеш. Суд шулай уҡ «Уралсиб» банкы менән Реестр акционерҙар йәмғиәтенә, атап үтелгән акцияларҙы Рәсәй милке иҫәбенә күсереү талабын ҡуйҙы.