Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2020, 21:26

"Elvin Grey"-ҙан Башҡортостандағы "Фаблика Звезд" проекты.

Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Яңы моң" тип аталған халыҡ-ара музыкаль шоу башланыуы тураһында яҙып сыҡҡан. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ElvinGrey#РадикЮлъяҡшин#ЯңыМоң

Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Яңы моң" тип аталған халыҡ-ара музыкаль шоу башланыуы тураһында яҙып сыҡҡан.
Телепроектта ҡатнашырға теләгән 18-ҙән алып 35 йәшкә тиклемге йәштәр рус, башҡорт, инглиз телдәрендә үҙҙәре башҡарыуындағы йырҙың өс минутлыҡ видеоһын ебәрергә тейеш. Ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем ҡатнашыусылар араһынан иң яҡшы 50 музыкант һайлап алынасаҡ.
"Һеҙҙе Өфөгә телевидениеға төшөргә саҡырасаҡтар. Бөтәһе 16 программа була. Трансляцияны төбәк һәм федераль каналдарҙа күрһәтеү ҡарала. Шоуҙа Рәсәй, төбәк һәм сит ил эстрадаһы башҡарыусылары, композиторҙар үҙҙәрен һынай ала. Йәш ҡатнашыусылар менән Рәсәйҙең иң яҡшы белгестәре эшләйәсәк", - тип хәбәр итә Элвин Грей.
Иң талантлы бәхетле ҡатнашыусы миллион һумға эйә буласаҡ.
Читайте нас: