Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 10:55

Халҡыма хат

Рауил БИКБАЕВХАЛҠЫМА ХАТ. (поэманан өҙөк) Туған телем минең! Күпме һүҙең Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана. Тамырыңды уйлап ғорурланам, Бөгөнгөңдө күреп хурланам. Туған телкәйемдең хәлдәренән Бәғерҙәрем яна, теленә. Халҡыма мин ошо хатты яҙам, Оран һалам башҡорт иленә.

Рауил БИКБАЕВ
ХАЛҠЫМА ХАТ.
(поэманан өҙөк)
Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп хурланам.
Туған телкәйемдең хәлдәренән
Бәғерҙәрем яна, теленә.
Халҡыма мин ошо хатты яҙам,
Оран һалам башҡорт иленә.
Еркәйемдең тарих һөйләмәгән
Юҡ һукмағы, һыуы, юҡ тауы.
Ишетәмен әле ҡылыс сыңын,
Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.
Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа,
Күпме наҙ бар дала елендә.
Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып,
Һөйләшәләр башҡорт телендә.
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын
Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.
Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,
Тик моңонан, теленән яҙмаған.
Нисәнсе ҡат даулап азатлығын
Урал да ғына тигән баш йортта,
Батшалыҡтың тәхетен дер һелкетеп,
Күтәрелгән тағы башҡорттар.
Ҡыйралһа ла ирҙәр,
Тамыры ҡалған
Ирек өсөн ташҡан кәр, сәмдең
Батырҙарҙы палач дарға аҫҡан,
Яугирҙарҙың киҫкән ҡолаҡтарын,
Телен киҫкән күпме сәсәндең.
Ни үтмәгән башҡорт баштарынан –
Дусар булған шундай язаларға –
Тарих уйлап үҙе һиҫкәнер!
Кемдәр күргән ирек даулағанға
Кешеләрҙең телен киҫкәнен?!
Башҡорт илен тотош утҡа солғап,
Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.
Тик батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ булмаған!
Халҡым! Намыҫың ғорур булып ҡалған
Ябырылһа ла золом, йәберҙәр,
Батырҙарҙың теле киҫелһә лә,
Киҫелмәгән моңоң йәнеңдә.
Зирәктәрҙең ҡолаҡтарын йолҡоп,
Итеп булмай илде һаңғырау.
Улдан улға күсеп яңғыраған
Ил намыҫын әйҙәр хаҡ оран.
Ҡулындағы ҡанлы бығауҙарын
Өҙҙө халҡым, ғәҙел юл табып.
Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә
Барып етте башҡорт китабы…
Читайте нас: