Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 19:40

Урал Батыр монологы

Рәйес ТҮЛӘКУРАЛ БАТЫР МОНОЛОГЫ Эй, башҡортом! Һинең тамырҙарың Ҡырҡ быуатлыҡ! Илле быуатлыҡ! Тарих юлы, яҙмыш юлы беҙҙе, Бер йырлатып, берсә илатып, Еңелеүҙәр, йә еңеүҙәр аша, Биш мең йылдар буйлап ҡыуалай! Берләштереп берсә, бер тарҡатып, Берсә батша, берсә ҡол яһай.

Рәйес ТҮЛӘК
УРАЛ БАТЫР МОНОЛОГЫ
Эй, башҡортом! Һинең тамырҙарың
Ҡырҡ быуатлыҡ! Илле быуатлыҡ!
Тарих юлы, яҙмыш юлы беҙҙе,
Бер йырлатып, берсә илатып,
Еңелеүҙәр, йә еңеүҙәр аша,
Биш мең йылдар буйлап ҡыуалай!
Берләштереп берсә, бер тарҡатып,
Берсә батша, берсә ҡол яһай.
Каспийҙарҙан алып Алтайғаса,
Берсә тәре, берсә ай тағып,
Нигеҙ һалып күпме халыҡтарға,
Һибелеп ҡалды һинең байтағың.
Байтаҡ ҡынамы ни? Ярты ҡитға
Башҡорт ҡаны менән йыуылған.
Башҡорт даны менән һуғарылған(!)
Ләкин дан да, ҡан да һыуынған.
Боролошо һайын тарихыңдың,
Бер табышҡа меңәр юғалтыу. –
Ай-һай, ауыр-артҡа боролоп ҡарау,
Анһатмы ни алға юл табыу?!
Читайте нас: