Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 15:42

Кәтибә Кинйәбулатованың әҫәрҙәрен яттан һөйләү конкурсына йомаҡлау яһалды.

Ижади бәйгелә 1-11-се класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашты. Конкурсты беренсе булып башлап ебәреүсе Хоҙайғолова Азалияға (Баймаҡ лицей-интернатының 8 а класы уҡыусыһы, етәксеһе: Мусина Лилиә Хәмитйән ҡыҙы) айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Конкурсанттар йөкмәткеле видеояҙмалар ебәреп ҡыуандырҙы. Йәмғеһе 228 яҙма килде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#КәтибәКинйәбулатова#Конкурс

Ижади бәйгелә 1-11-се класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашты. Конкурты беренсе булып башлап ебәреүсе Хоҙайғолова Азалияға (Баймаҡ лицей-интернатының 8 а класы уҡыусыһы, етәксеһе: Мусина Лилиә Хәмитйән ҡыҙы) айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Конкурсанттар йөкмәткеле видеояҙмалар ебәреп ҡыуандырҙы. Йәмғеһе 228 яҙма килде.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш (Туймазы, Яңауыл, Тәтешле һ.б.) райондарынан ҡатнашыусыларҙың күп булыуы бигерәк тә ҡыуандырҙы был юлы. Әҙәби башҡорт телендә тырышып шиғыр һөйләгән был уҡыусыларҙың хеҙмәтен лайыҡлы баһаларға тырыштыҡ.
Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

ИЖАДИ БӘЙГЕНЕҢ ЙОМҒАҠТАРЫ
1-4-се кластар араһында

I урын

Бикбова Гөлмира Рифат ҡыҙы – Хәйбулла районы 2-се Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 1 А класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Өҙөлгән сәскә үҫмәй" шиғыры, етәксеһе: Иҫәнъюлова Әлфиә Фаних ҡыҙы.

II урын

Исламова Самина – Туймазы районы Татар-Олҡан урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың “Ҡолонсаҡ” шиғыры, етәксеһе: Петрова Рәмзилә Мөрсәлим ҡыҙы.

Салаева Элиза – Тәтешле районы Янғыҙ-Нарат урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Туған тел" шиғыры, етәксеһе: Ғлимйәнова Эльмира Нәби ҡыҙы.

Билалова Әминә – Хәйбулла районы Әбүбәкер урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ҡара тупраҡ" шиғыры, етәксеһе: Билалова Гөлдәриә Хәйбрахман ҡыҙы.

Таһирова Рузилә – Йылайыр районы Һабыр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы, К. Кинйәбулатованың "Дуҫтарым күп" шиғыры, етәксеһе: Әхмәрова Фәнүзә Әхмәтсәғит ҡыҙы.

Хәмзина Әлиә Данил ҡыҙы – Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 4-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ҡарбуз" шиғыры, етәксеһе: Ғайсина Альбина Фәрит ҡыҙы.

Билалова Ләйсән – Хәйбулла районы Әбүбәкер урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Икмәк" шиғыры, етәксеһе: Билалова Гөлдәриә Хәйбрахман ҡыҙы.

Йосопова Алина – Республика дистанцион белем биреү үҙәгенең (Сибай) 2-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Айгүзәлдең алтын асҡысы" шиғыры, етәксеһе: Илембәтова Ғәлиә Төхвәт ҡыҙы.

Мусина Самира – Туймазы ҡалаһы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ватаным тауыштары" шиғыры, етәксеһе: Йосопова Гөлназ Шәмсел ҡыҙы.

Атанова Диана Заһир ҡыҙы – Хәйбулла районы Әбүбәкер урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Һибелә алтын нурҙар" шиғыры, етәксеһе: Билалова Лилиә Салауат ҡыҙы.

Хаков Әхәт – Яңауыл ҡалаһы 4-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ветерандар" шиғыры, етәксеһе: Ғарипова Эльмира Камил ҡыҙы.

Черемазова Полина – Яңауыл ҡалаһы 4-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы, К.Кинйәбулатованың "Һаумы, аҡ ҡыш!" шиғыры, етәксеһе: Хаҡова Ленария Рәфит ҡыҙы.

Яҡшығолов Ислам – Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 3А класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Малайҙар" шиғыры, етәксеһе: Мырҙағәлина Динә Ғәфүр ҡыҙы.

III урын

Әсәйенова Азалия – Өфө ҡалаһы М. Искужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 4-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Башҡорт ҡыҙы" шиғыры, етәксеһе: Солтанова Гөлфирә Мөхәмәт ҡыҙы.

Хәсәнов Инсаф – "Ф. Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы"ның 3Б класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Көҙ еткәс" шиғыры, етәксеһе: Латыпова Динара Рәжәп ҡыҙы.

Ғүмәрова Камилла – Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 1-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Көҙ еткәс" шиғыры, етәксеһе: Баталова Зөлфиә Юныс ҡыҙы.

Байрамғәлина Камелия – Учалы ҡалаһы 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Түҙемле Нәфисә" шиғыры, етәксеһе: Айбатова Лариса Вәкил ҡыҙы.

Бутусова Аделия – Яңауыл ҡалаһы лицейының 2-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ҡурсағым" һәм “Үҙем” шиғырҙары, етәксеһе: Имамова Лариса Әнис ҡыҙы.

Баязитова Дания – Учалы ҡалаһы 5-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Уңған ҡыҙ" шиғыры, етәксеһе: Ғайсина Мәнсиә Мөхәмәт ҡыҙы.

Имашева Элина – Яңауыл ҡалаһының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Күбәләк" шиғыры, етәксеһе: Хәтмуллина Гөлшат Зәбир ҡыҙы.

Рәхимова Камилла – Яңауыл ҡалаһы лицейының 4б класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Күбәләк" шиғыры, етәксеһе: Имамова Лариса Әнис ҡыҙы.

Мирхәйҙәров Тимур – Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 4а класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Әсәйҙәргә" шиғыры, етәксеһе: Ғайсина Альбина Фәрит ҡыҙы

Халиҡова Йәмилә – Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 2-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Йомош" шиғыры, етәксеһе: Ғәлимова Айгөл Рауил ҡыҙы.

Нисапова Алина – Яңауыл ҡалаһы И.Ш.Мөҡсинов исемендәге гимназияның 4-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың “Граната” шиғыры, етәксеһе: Ғарипова Альбина Адим ҡыҙы.

Сафин Самир – Туймазы районы Үрге Бишенде төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыhы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Донъя матур" шиғыры, етәксеһе: Ҡолһарина Люциә Әниф ҡыҙы.

Яҡшығолова Рәлиә – Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ҡарбуз" шиғыры, етәксеһе: Исхакова Фәнүзә Әғләм ҡыҙы.

5-8 кластар араһында

I урын

Насирова Нурия – Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө лицейының 6-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Дуҫтарым күп" шиғыры.

Исхаҡова Лиана – Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе Килдеғол филиалының 6-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин" шиғыры, етәксеһе: Исхаҡова Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙы.

Ғәлина Нәркәс – Хәйбулла районы 2-се Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5а класы уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ҡара тупраҡ" шиғыры, етәксеһе: Рәсембәтова Айгөл Рәшит ҡыҙы.

Ғибаҙуллина Руфина – Учалы районы Озёрный урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың “Ни ине был?” шиғыры, етәксеһе: Ғибаҙуллина Зилә Рим ҡыҙы.

II урын

Хажиев Тамир – Учалы ҡалаһының “Урал” санаторийы, 6 класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың «Ҡара тупраҡ» шиғыры, етәксеһе: Камалова Айгөл Бәшир ҡыҙы.

Аҡбулатова Азалия – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың “Күләгәһеҙ ҡалды үләндәр” шиғыры, етәксеһе: Алламоратова Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы.

Тимербулатов Ғайсар – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 8е класы уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың «Тупраҡ» шиғыры, етәксеһе: Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙы.

Хозинова Гөлнара – Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Сәй" шиғыры, етәксеһе: Әғәҙуллина Резеда Ғәйнулла ҡыҙы.

Ҡоҙайғолов Алмаз – Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5 класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың “Уҡытыусым” шиғыры, етәксеһе: Рәхимова Миләүшә Миңнулла ҡыҙы.

III урын

Мәғәфүрова Алһыу – Учалы районы Килмәк урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Донъя иркен ҡайһылай" шиғыры, Хисмәтуллина Илмира Йомадил ҡыҙы.

Атанғолова Алтынай – Йылайыр районы Һабыр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың “Һаумы, ҡояш!” шиғыры, етәксеһе: Ҡоҙашева Римма Сәмиғулла ҡыҙы.

Байгилдина Әҙилә – Әбйәлил районы Ишбулды урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7 синыф уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Туған тел", "Әсә күңеле" шиғырҙары, етәксеһе: Ғүмәрова Венера Рамил ҡыҙы.

Хисаметдинов Байегет – Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Туған тел" шиғыры, етәксеһе: Юламанова Земфира Зекериә ҡыҙы.

Туйсина Айгүзәл – Учалы ҡалаһының “Урал” санаторийы, Кәтибә Кинйәбулатованың «Ҡара тупраҡ» шиғыры, етәксеһе: Камалова Айгөл Бәшир ҡыҙы.

Рәимова Фәүзинә – Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5а класы уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Көҙ етте" шиғыры, етәксеһе: Рәсембәтова Айгөл Рәшит ҡыҙы.

Ғәлина Наҙгөл – Баймаҡ ҡалаһы 5-се һанлы урта урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Һаумы, ҡояш!" шиғыры, етәксеһе: Баймөхәмәтова Г.Ю.

Ғәйфуллина Гөлнәзирә – Учалы районы Озерный урта дөйөм белем биреү мәктәбе Баттал филиалының 5 класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Дуҫтарым күп" шиғыры, етәксеһе: Сөләймәнова Флүрә Нуретдин ҡыҙы.

9-11-се кластар араһында

I урын

Ғиләжева Илгинә – Хәйбулла районы 1-се һанлы Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Сабый булдыңмы әллә?" шиғыры, етәксеһе: Исҡужина Дилбәр Абрар ҡыҙы.

II урын
Ғәлимйәнова Гөлсөм – Ҡариҙел районы Иҫке Аҡбүләк төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Сабый булдыңмы әллә?" шиғыры, етәксеһе: Хазиева Тәфҡиә Риф ҡыҙы.

Моталова Алтынай – Баймаҡ ҡалаһы лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Әсә һулышы" шиғыры, етәксеһе: Ишҡыуатова Флүзә Мостафа ҡыҙы.

III урын
Ҡолһарина Рәмзилә – Ейәнсура районы Ибрай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Үпкәләйһең тағы" шиғыры, етәксеһе: Аҡбутина Зимфера Хәкимйән ҡыҙы.

Кинйәбулатова Уралия – Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ҡара тупраҡ" шиғыры, етәксеһе: Бикмуллина Таңһылыу Закирйән ҡыҙы.

Фәхрисламова Әлфинә – Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Был тыуған ер минең" шиғыры, етәксеһе: Сәлмәнова Зөлфиә Наил ҡыҙы.

Шаригина Алина – Яңауыл районы Ямаҙы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәсәғүт ауылындағы филиалының 9-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Аҡ ҡылғандар тулҡынлана"шиғыры, етәксеһе: Әфләтүнова Лира Рәфис ҡыҙы.

Әйүпова Элина – Яңауыл ҡалаһы Киҫәк-Ҡайын урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Һаумы, аҡ ҡыш!" шиғыры, етәксеһе: Харасова Ралина Мираҫ ҡыҙы.

Шәрифханов Динар – Асҡын районы Ҡышлауйылға урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Хыял" шиғыры, етәксеһе: Шәйхуллина Эльмира Фәүҙәт ҡыҙы.

Дәүләтбаева Әҙилә – Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының 9-сы класс уҡыусыһы,
Кәтибә Кинйәбулатованың "Уҡытыусым!" шиғыры, етәксеһе - Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы.

Тапакова Йәмилә – Йылайыр районы Һабыр ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Әсә күңеле" шиғыры, етәксеһе: Ҡоҙашева Римма Сәмиғулла ҡыҙы.

Сәлихов Нил – Яңауыл ҡалаһы лицейының 9б класс уҡыусыһы, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ватаным тауыштары" шиғыры, етәксеһе: Сафина Ирина Малик ҡыҙы.

СТУДЕНТТАР араһында

I урын

Шәрәфетдинова Гөлгөнә – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың “Хыялым” шиғыры, етәксеһе: Хөснуллина Роза Дияс ҡыҙы.

II урын

Ҡаҙарбаева Гөлнара – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Осраштылар" шиғыры, етәксеһе: Ласынова Наилә Азамат ҡыҙы.

Шиһапова Әлиә – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың “Инәйемә бер һүҙ әйткем килә” шиғыры, етәксеһе: Куланчин Айтуған Йомабай улы.

Хизабетдинова Миләүшә – Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Атай, миңә кәрәк инең, кәрәк инең... " шиғыры.

Алтынбаева Зәлиә – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Донъя менән һөйләшеү" шиғыры, етәксеһе: Хөснуллина Роза Дияс ҡыҙы.

Ҡәләмова Ынйы – Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың “Осраштылар” шиғыры.

Ғәзимуллин Вадим – Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың “Йәшен” шиғыры.

III урын

Муллабаева Ғәлиә – Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжының III курс студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Әсә күңеле" шиғыры, етәксеһе: Таһирова Гөлназ Риф ҡыҙы.

Ғәлләмова Динара – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Әсә күңеле" шиғыры, етәксеһе: Хөснуллина Роза Дияс ҡыҙы.

Күсәрбаева Айзилә – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Саҡыр мине" шиғыры, етәксеһе: Ласынова Наилә Азамат ҡыҙы.

Зинурова Илүзә – Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың “Мин һәм бәхет” шиғыры.

Мансурова Ынйы – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Осраштылар" шиғыры, етәксеһе: Хөснуллина Роза Дияс ҡыҙы.

Ғирфанова Айгүзәл – Мәсәғүт педагогия колледжының 1-се курс студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Ос һин, йондоҙ!" шиғыры, етәксеһе: Хәмиҙуллина Зилә Рифат ҡыҙы.

Ҡолдәүләтова Лилиә – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) студенты, Кәтибә Кинйәбулатованың "Әсә күңеле" шиғыры, етәксеһе: Ласынова Наилә Азамат ҡыҙы.

Еңеүселәргә дипломдар, барлыҡ ҡатнашыусыларға сертификаттар 15 декабрҙән һуң ебәреләсәк.
Мәғлүмәт "Бәйләнештә" социаль селтәренән алынды
Читайте нас: