Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 17:10

"Етегән" саҡыра!

Ейәнсураның ҡәләмгир зыялылары: режиссер Радмир Дәүләтбәков (клуб рәйесе), уҡытыусы Наил Юлдашбаев (рәйестәш) һәм журналист Нурия Ҡунысбаева (сәркәтип) Интернет селтәрендә өр яңы башланғысҡа, "Етегән" башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен үҙ итеүселәр клубына нигеҙ һалды. Ойоштороусыларҙың райондан булыуы иғтибарға лайыҡ, әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ киләсәге менән борсолоп йәшәүселәрҙең барлығын белеү күңелдә илһам, дәрт уята.Үткән аҙнала уҙған тәүге Zoom ултырышта быйыл "Ағиҙел"дең 11-се һанында баҫылған Мөнир Ҡунафиндың уҡыусылар араһында ҙур резонанс тыуҙырған "Соҡор" тигән хикәйәһе хаҡында һүҙ барҙы... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ПроектЕтегән#ИльясҠасҡынов

"Етегән" саҡыра!
Ейәнсураның ҡәләмгир зыялылары: режиссер Радмир Дәүләтбәков (клуб рәйесе), уҡытыусы Наил Юлдашбаев (рәйестәш) һәм журналист Нурия Ҡунысбаева (сәркәтип) Интернет селтәрендә өр яңы башланғысҡа, "Етегән" башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен үҙ итеүселәр клубына нигеҙ һалды. Ойоштороусыларҙың райондан булыуы иғтибарға лайыҡ, әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ киләсәге менән борсолоп йәшәүселәрҙең барлығын белеү күңелдә илһам, дәрт уята.
Үткән аҙнала уҙған тәүге Zoom ултырышта быйыл "Ағиҙел"дең 11-се һанында баҫылған Мөнир Ҡунафиндың уҡыусылар араһында ҙур резонанс тыуҙырған "Соҡор" тигән хикәйәһе хаҡында һүҙ барҙы. Тәүге ултырышта үрҙә телгә алынған ойоштороусыларҙан тыш Нефтекама филармонияһы режиссеры Редик Ғәниев, Өфөнән Әхмәр һәм Фәйрүзә Үтәбаевтар ҡатнашты.
"Етегән" башҡорт әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен үҙ итеүселәр клубы киләсәктә башлыса "Ағиҙел" журналында сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәр, З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан китаптар, Башҡортостан театрҙарында ҡуйылған спектаклдәр, айырым драма әҫәрҙәре, концерт программалары хаҡында Интернет аша фекер алышыу уҙғарасаҡ һәм әңгәмәләрҙе "Ағиҙел" журналының сайтына ҡуйып барырға ниәтләй.
Алдағы ултырышта "Ағиҙел"дең 11-се һанында баҫылған Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Алаҡай ҡайтты" тигән хикәйәһе буйынса һөйләшеү була. Ултырышта ҡатнашырға теләүселәр ойоштороусыларға "Бәйләнештә" селтәре аша мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас в