1 ноябрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты башланған ине. Әлеге проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән.
Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим иткән, сайтҡа бөтәһе 1000-дән ашыу һүҙ килгән. Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә түбәндәге исемлек төҙөлгән (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):
Әлеге ваҡытта bashslovo.ru сайтында башҡорт телендәге иң матур яңғырашлы һүҙҙе һайлау өсөн тауыш биреү бара. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, ниндәй һүҙҙең иң матур икәне билдәле буласаҡ. Тауыш биреүҙән һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ.