«Әсәй!» — тип телем асылған,
«Әсәй!» — тип юлға сығылған,
«Әсәй!» — тип бәхет табылған,
«Әсәй!» — тип урап ҡайтылған.
«Әсәй!» — тип төндә уянам,
«Әсәй!» — тип өндә ҡыуанам,
«Әсәй!» — тип йөрәк һыҙлаһа,
Ҡайтырмын бер, тип йыуанам…
Мине саҡырһа ла далам,
Юлдарға кәртә ҡоролған.
Тыуған яҡты һағыныуҙарым
«Әсәй!..» һүҙенән ҡойолған...
Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!
Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!
Йәш бер әсә килә урам буйлап,
Аҡ юрғанда бала күтәреп.
Йәше, ҡарты уның юлын ҡыймай,
Ебәрәләр алдан үткәреп.
Бәпескәйе бик ауыр микән ни,
Маңлайына тирҙәр һибелгән.
Ерҙең киләсәген күтәргән бит –
Түгелдер ул артыҡ еңелдән.
Таң артынан ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй,
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү күргәндәй.
Унан яҡын донъяла
Һис берәү ҙә юҡ.
Унан башҡа йәшәүҙең
Бер йәме лә юҡ.
Ерҙең һулышы йылы
Әсәй булғанға.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.
Әсәйемде бик яратам,
Эшкә китһә, һағынам.
Китмәһен тип тағы ла,
Ҡайтһа, уға һыйынам.
Әсәй өйҙә булған саҡта
Бөтәбеҙгә күңелле -
Яҡты нурлы, йылы ҡояш
Көлөп торған шикелле.
Әсә кеше үҙ балаһын
Күҙ ҡараһылай һаҡлай.
Һау-сәләмәт үҫһен өсөн
Ҡара көстән ҡурсалай.
Әсә хисе еңә ала
Ерҙәге яуызлыҡты.
Изгелек сәсеп, киренән
Ҡайтарыр яҡшылыҡты.
Әсәләргә бирелгән бит,
Юғарынан яҡты нур.
Шуға донъя йәмле, сағыу,
Тормош күркәм һәм матур.
"ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ" (Ә.Әсәҙуллина)
Әсәйҙәр йылмайғас,
Өй эсе йәмлерәк.
Әсәйҙәр бешергән
Аштар ҙа тәмлерәк.
Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.
Әсәйҙәр бер генә –
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
"ӘСӘ КҮҢЕЛЕ" (Кәтибә Кинйәбулатова)
Әсә күңеле - тәрән диңгеҙ, тиҙәр,
Шикләнмәйем, ысын, шулай бит.
Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа,
Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит.
Ауырлыҡтың барын онота ул
Балаһының бәхете хаҡына,
Тик балалар әсәй күңелдәрен
Аңлай алмай ҡала йыш ҡына.
Мәшәҡәтһеҙ-ниһеҙ ҙурайғандай,
Үҫеп алғас, ҡайһы балалар,
Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр әйтеп,
Уңалмаҫлыҡ яра һалалар.
Әсә күңеле тәрән, киң дә, тиҙәр,
Кисерер ул, бәлки, балаһын.
Һаман өҙөлөр ул, "балам", тиеп,
Һыҙлаһа ла йөрәк яраһы.
"Йәшәү бәхете" (Альбина Абсалямова)
Йәшәү бәхете – ғаиләлә,
Таяныр кешең булыуы.
Бәләкәй генә һинең күсермәң,
Әсәй! – тип, яр һалыуы.
Яңғыҙҙар ярты кеше,
Ҡағылмағыҙ уларға…
Тормоштоң әсе ҡаяуы,
Ҡаҙалған бит былай ҙа…
Ғаилә нигеҙе -мөхәббәт булһа,
Бирешмәй дауылдарға.
Ике йөрәк бергә типһә,
Һыр бирмәҫ яуыздарға.
Сәскәләргә бөрөләнгән
Киләсәкте уйлайым...
Тормошомдоң емештәрен,
Берәм- берәм йыйнайым…