Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2020, 10:14

Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаев көндәре уҙасаҡ

7 - 11 декабрҙә Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаев көндәре уҙасаҡ. Дистанцион форматта үтәсәк сараны Башҡортостан Республикаһының, Ырымбур өлкәһенең Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ойоштора. Уның сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тормошо һәм ижадына арналған иң яҡшы асыҡ дәрес, уның шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы, халҡыбыҙҙың Ырымбурҙан сыҡҡан күренекле шәхестәренә һәм тыуған яҡ тарихына арналған фәнни-практик конференция, йәш шағирҙар бәйгеһе ҡаралған.Сараларҙа Ырымбур өлкәһенең мәктәпкәсә йәштәге балалары, бөтә уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша ала.Эштәр [email protected]. электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Улар башҡорт һәм урыҫ телдәрендә булауы мөмкин.Рауил Бикбаев көндәренең положениеһы менән ошонда танышырға мөмкин. Сара буйынса һөҙөмтәләр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтына 21 декабргә тиклем ҡуйыласаҡ.

7 - 11 декабрҙә Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаев көндәре уҙасаҡ. Дистанцион форматта үтәсәк сараны Башҡортостан Республикаһының, Ырымбур өлкәһенең Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ойоштора. Уның сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тормошо һәм ижадына арналған иң яҡшы асыҡ дәрес, уның шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы, халҡыбыҙҙың Ырымбурҙан сыҡҡан күренекле шәхестәренә һәм тыуған яҡ тарихына арналған фәнни-практик конференция, йәш шағирҙар бәйгеһе ҡаралған.
Сараларҙа Ырымбур өлкәһенең мәктәпкәсә йәштәге балалары, бөтә уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша ала.
Эштәр [email protected]. электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Улар башҡорт һәм урыҫ телдәрендә булауы мөмкин.
Рауил Бикбаев көндәренең положениеһы менән ошонда танышырға мөмкин.
Сара буйынса һөҙөмтәләр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтына 21 декабргә тиклем ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: