Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2020, 12:33

«Өс таған» фильмы Гатчина кинофестивалендә еңде.

«Өс таған» фильмы «Әҙәбиәт һәм кино» кинофестивалендә (Гатчина) Гран-при яуланы һәм «үҙенсәлекле музыка» өсөн махсус диплом менән бүләкләнде. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#АйнурАсҡаров#АскарФильм

«Өс таған»ды бөтә ғаилә менән ҡарарға мөмкин. Мин уны мотлаҡ ҡарарға тәҡдим итер инем», — тине баһалама ағзаһы Галина Бокашевская.
«Жюри ағзалары төрлө сәбәптәр буйынса бәхәсләштеләр, ләкин Гран-приҙы бер тауыштан Айнур Асҡаровтың башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса төшөргән фильмына бирҙеләр», — тип билдәләне жюри рәйесе Ирина Ивтеева.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмы премьера алдынан күренекле яҙыусының 100 йыллығына бағышланған юбилей сараларында ҡатнашыусыларға күрһәтелде. Сценаристар— Айҙар Аҡманов, Мәғәфүр Тимербулатов, Дамир Йосопов, композитор — Камил Абдуллин.
Фильмдың төп геройҙары — дүрт малай. Ролдәрҙе Өфөнән, Баймаҡтан һәм Сибайҙан уртансы класс уҡыусылары Илдар Биҡҡолов (Ғабдулла), Руслан Ҡаҙаев (Айҙар), Арыҫлан Ғәлиев (Вәзир), Ильяс Кинйәбулатов (Яҡуп) башҡарҙы. Картинала башҡорт театрҙарының билдәле актерҙары Азат Йыһаншин, Вәкил Йосопов, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Гөлшат Ғайсина, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар ҡатнашты.
Читайте нас в