Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2020, 19:10

Быйыл Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы 17 декабрҙә була

Рәсәй президенты Владимир Путин йомғаҡлау матбуғат конференцияһын 17 декабрҙә үткәрә. Был хаҡта бөгөн Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Путин#ДеятельностьПрезидентаРФ

«Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле был юлы матбуғат конференцияһы видеоконференция режимында уҙғарыла. Президент үҙенең Яңы-Огарёвта урынлашҡан резиденцияһынан видеоэлемтәгә сығыр тип планлаштырыла», — тиелә хәбәрҙә.
Билдәле булыуынса, федераль һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Халыҡ-ара сауҙа үҙәге залында эшләй.
Төбәктәрҙең киң мәғлүмәт саралары журналистары үҙҙәренең Федераль округынан сыҡмайынса сарала ҡатнаша ала: һәр округта Мәскәү менән бәйләнешкә инеү өсөн махсус майҙансыҡтар ойошторола. Волга буйы федераль округы өсөн Түбәнге Новгород була. Роспотребнадзор талаптарын иҫәпкә алып, һәр майҙансыҡта ҡатнашыусылар һаны сикләнә.
Журналистар өсөн аккредитация 29 ноябрҙә башлана.
Мәғлүмәт Башинформдың рәсми сайтынан алынды
Читайте нас: