Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 10:47

Башҡортостанда Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге булдырыла.

Башҡортостанда «Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге» төбәк проект штабын ойоштороу планлаштырыла. Был мәсьәлә 23 ноябрҙә республика хөкүмәте ултырышында тикшерелде. Вице-премьер Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#АндрейНазаров#Иҡтисад

Башҡортостанда «Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге» төбәк проект штабын ойоштороу планлаштырыла. Был мәсьәлә 23 ноябрҙә республика хөкүмәте ултырышында тикшерелде. Вице-премьер Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, проект инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләрен оператив ҡарарға тейешле координация-кәңәшләшеү органын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
«Инвестициялар йәлеп итеү үҙәгенең маҡсаты – инвестиция мөхитен яҡшыртыуҙың һөҙөмтәлерәк ысулдарын, юлдарын индереү һәм административ кәртәләрҙе бөтөрөү, – тине Рөстәм Моратов. – Мәскәүҙә айырым офис асыла, ә республикала урындарҙа әүҙем роль бизнес-шерифтарға бирелә».
«Әгәр Стратегик асыштар үҙәге власть органдарына аналитика эшен үткәреүҙә ярҙам итһә, Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге, асылда, федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдары араһында инвестиция эшмәкәрлеген координациялау өсөн штаб булырға тейеш», – тип йомғаҡ яһаны премьер-министр Андрей Назаров.
Читайте нас: