Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 10:40

Башҡортлоҡ

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨРәйес ТҮЛӘКБАШҠОРТЛОҠЭй, егеттәр, ҡыҙҙар! Ҡандай ихлас.Бейенегеҙ башҡорт бейеүенҺәр ҡайһығыҙ иҫбатланы булдыҮҙ халҡына булған һөйөүен.Һәр хәлдә, мин шулай теләнем.Юҡһа, тотоп башҡорт ҡурайҙарын,Ябынышып башҡорт еләнен,Сәстәренә толом ҡушып үреп,Сәхнә биләүҙәрен беләмен.

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ
Рәйес ТҮЛӘК
БАШҠОРТЛОҠ
Эй, егеттәр, ҡыҙҙар! Ҡандай ихлас.
Бейенегеҙ башҡорт бейеүен
Һәр ҡайһығыҙ иҫбатланы булды
Үҙ халҡына булған һөйөүен.
Һәр хәлдә, мин шулай теләнем.
Юҡһа, тотоп башҡорт ҡурайҙарын,
Ябынышып башҡорт еләнен,
Сәстәренә толом ҡушып үреп,
Сәхнә биләүҙәрен беләмен.
Кейемдәрҙе кейеү генә түгел,
Башҡорт, тиеп, яҙып паспортын…
Аҡ йорттарҙан тороп аҙмы түрә
Башына етте аҙмы башҡорттоң.
Ә бына һеҙ!..
Сәхнәлә, һеҙ, кәмендә – Салауат,
Ҡыҙҙарығыҙ, хас та – Әминә.
Салауаттың анау ыҙалары,
Ә башҡорттоң күргән нужалары
Таныш ҡайһығыҙҙың тәненә,
Таныш ҡайһығыҙҙың йәненә?
Һеҙ ҙә алдаһағыҙ… – Йәнем сатнар,
Телен белмәй үҫер ейәнемдәй,
Илен белмәй үҫкән улымдай.
Эй, башҡортлоҡ! Cәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләнеңдәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай.
Читайте нас: