Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 10:37

«Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә ит эшкәртеү комбинаты төҙөлә

«Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә заманса ит эшкәртеү комбинаты төҙөлә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10 миллиард һум кимәлендә тиерлек планлаштырыла. Был әлеге көндә республикала ҙур проекттарҙың береһе булып тора. «Таврос» компанияһы предприятиела шәхси сусҡасылыҡ комплекстарында үҫтерелгән сусҡа итен эшкәртергә һәм комбинатта колбаса изделиелары, деликатестар етештерергә ниәтләй. Һуғымдың ҡеүәте – йылына 1 миллион баш, әҙерләү — йылына 92 мең тонна. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#МиллиПроекттар

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй районына эш сәфәре барышында төҙөлөш майҙансығы урынын ҡараны. Башҡортостан ит компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин һөйләүенсә, предприятиеның дөйөм майҙаны яҡынса 70 мең квадрат метр була.
«Алдан уйланылғанса, 1200 яңы эш урыны булдырыла. Тәрән эшкәртеү менән тулы ябыҡ цикл була. Беренсе этапта ит-колбаса изделиелары производствоһынан тыш цехтар төҙөлә. Компания проект-эҙләп табыу, ваҡытлыса электр менән тәьмин итеү, ваҡытлыса юл, төҙөлөш майҙансығы әҙерләү эштәренә миллион һумдан ашыу аҡса бүлде лә инде», — тип һөйләне Ринат Зәйнуллин.
Башҡортостан ит компанияһы булған инженер һәм транспорт инфраструктураларына технологик тоташтырыу мөмкинлектәре буйынса алдан килешеү документтарын алды. Һаҡлыҡ банкы һәм «Промсвязьбанк» менән проектҡа оҙайлы финанслау йәлеп итеү буйынса эш алып барыла. Ноябрь аҙағына инфраструктура объекттары сығымдарын берлектә финанслауға ғариза төҙөү тамамлана.
«Бәләбәй, ғөмүмән, тотош республика өсөн бик мөһим проект. Ит эшкәртеү комбинаты. Төҙөлөштө башлау өсөн майҙансыҡ әҙер. 10 миллиард инвестиция, 1200 эш урыны. Был — республикала инвестиция мөхитен булдырыу һөҙөмтәһе, ул хатта пандемия шарттарында ла проекттарҙы ваҡытлыса туҡтатмаҫҡа мөмкинлек бирҙе», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Читайте нас: