Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 11:05

Хәсән Назар

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨХәсән НАЗАР ӨС ҺҮҘ Өс нәмә тоталыр беҙҙе: Ер, тел, иман. Ерең барҙа — дәүләтең бар, Шуға инан.

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ
Хәсән НАЗАР
ӨС ҺҮҘ
Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер, тел, иман.
Ерең барҙа — дәүләтең бар,
Шуға инан.

Телең барҙа — милләтең бар,
Мәртәбә ул;
Телен һатҡан — илен һатыр
Иртәгә ул.

Иман барҙа, ҡояш — ҡояш,
Әҙәм — әҙәм.
Иман — рух ул, ә түгелдер
Бары әҙәп.

Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән.
Гүйә — бетеү.
Күҙ ҡараңдай һаҡла уны,
Юҡһа — бөтөү.
Читайте нас: