Ағиҙел
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 11:15

Ҡара тишек

Салауат ӘБҮЗӘР “ҠАРА ТИШЕК” Йыһанда ғәжәп көс бар, ти, – “Черная дыра”, тиҙәр. Ул көс бөтә нәмәне лә Үҙенә һура, тиҙәр.

Салауат ӘБҮЗӘР
“ҠАРА ТИШЕК”
Йыһанда ғәжәп көс бар, ти, –
“Черная дыра”, тиҙәр.
Ул көс бөтә нәмәне лә
Үҙенә һура, тиҙәр.

Юлындағы бар есемде
Эсенә ялмай икән.
Хатта унан яҡтылыҡ та
Ҡотола алмай икән...

Ерҙә лә бар ундай “дыра” –
Бер ҡасан да туймай ул.
Ҡара көсө ҡармап алһа,
Йотмайынса ҡуймай ул!

“Ҡара тишек”тән дә яман
Ундағы ҡолас, тиҙәр.
Ерҙәге был ғифриттең
Исеме – Власть, тиҙәр.
Читайте нас в