Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2020, 12:15

Туған тел

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨСалауат ӘБҮЗӘР ТУҒАН ТЕЛ Ниндәй көнгә ҡалдыҡ: туған телде Өйрәнәбеҙ ғаризалар яҙып. Был бит ерләү бөгөн Әсә телен, Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡәбер ҡаҙып.

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ
Салауат ӘБҮЗӘР

ТУҒАН ТЕЛ
Ниндәй көнгә ҡалдыҡ: туған телде
Өйрәнәбеҙ ғаризалар яҙып.
Был бит ерләү бөгөн Әсә телен,
Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡәбер ҡаҙып.

Был – милләтте юҡ итеүҙең башы,
Был – юғалтыу тыуған илеңде!
Тимәк, бөгөн килер быуындарҙың
Муйынына элмәк эленде!

Телһеҙ Герасимдай булһаҡ әгәр
Балабыҙ ҙа булыр бер “Му-му”.
Ете яттар телде быуа алмай,
Үҙебеҙ батырабыҙ беҙ уны!

Ниндәйҙер бер Иван ҡулындамы
Туған телебеҙҙең ғүмере?!
Батшаларға баш эймәгән башҡорт
Ошо яҙмышына күнерме?!.
Читайте нас: