Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2020, 10:10

Бикбай уҡыуҙары

«Бикбай уҡыуҙары» саҡыра10 декабрҙә Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында онлайн форматта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы була.

«Бикбай уҡыуҙары» саҡыра
10 декабрҙә Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында онлайн форматта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Унда уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар ҡатнаша ала. Ғаризалар һәм эштәр 3 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Сарала Рауил Бикбаевтың тормошо, ижады, эшмәкәрлеге тураһында эссе һәм Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәре буйынса буктрейлер номинациялары буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған ижади эштәр ҡатнаша.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: