Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2020, 10:20

Беҙҙең тирмән

Хисмәтулла ЮЛДАШЕВБЕҘҘЕҢ ТИРМӘН Һинең тирмән, Минең тирмән — Бар беҙҙең Дөйөм тирмән, Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, Ниндәй булһа ла тирмәң!

Хисмәтулла ЮЛДАШЕВ
БЕҘҘЕҢ ТИРМӘН

Һинең тирмән,
Минең тирмән —
Бар беҙҙең
Дөйөм тирмән,
Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә,
Ниндәй булһа ла тирмәң!

Әгәр булһаң, “Ағиҙел”де,
“Ватандаш”ты уҡыусы,
Үҙебеҙҙең тирмәнгә һин
Мул ғына
Һыу ҡойоусы!

Тирмән
Һыуһыҙ әйләнмәй ул,
Һыу ҡойма
Сит тирмәнгә.
Тирмән ташыбыҙ әйләнә
Тыуған моң һәм
Телдәрҙә.

Әгәр мин
Туған телемдә
Алдырһам тик бер гәзит,
Хаҡлыһың
Миңә әйтергә:
«Һин ҡойған һыу
Бик әҙ бит!»

Үҙ телендә
Һөйләшмәһә,
Уҡый белмәһә балам:
"Сит тирмәнгә
Һыу ҡояң", – тип
Һин миңә әйтә алаң.

Туған телдә күрһәтелгән
Йөрөһәң тамашаға,
Уны һинең кеүек шулай
Яратһа бала-сағаң,

Ана шулай яңы бер һүҙ
Инер беҙҙең телмәргә:
«Һыуғоярҙар
Үҫтереүсе
Үҙебеҙҙең
Тирмәнгә».
Читайте нас: