Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2020, 19:27

“Башҡорт телен өйрәнмәгәнемә үкенәм”

Башҡортостанда 2019 йылдан башлап мәктәптәрҙә бер нисә телде бер юлы өйрәтеүгә йүнәтелгән полилингваль белем биреү проекты тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың махсус указына ярашлы, төбәктә күп профилле полилингваль мәктәптәр селтәрен асыу республиканың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешендә стратегик йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
21 ноябрҙә SKOLKOVO Мәскәү идара мәктәбе, М. Ишморатованың Балаларға белем биреүгә булышлыҡ итеү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан республиканың полилингваль мәктәптәренең йүнәлешен билдәләү йәһәтенән стратегик сессия ойошторолдо. Уның эшендә полилингваль мәктәптәрҙең директорҙары, педагогтары, ошо төр белем биреүҙе мәғариф системаһына индергән белгестәр, ғалимдар ҡатнашты.
Шулай уҡ сессияла яҡташыбыҙ, SKOLKOVO Мәскәү идара мәктәбе президенты Андрей Шаронов та сығыш яһаны. Ул Башҡортостанда полилингваль белем биреү үҫешенең концепцияһын бик тә ҡыҙыҡлы, кәрәкле ғәмәл тип иҫәпләй.
"Мин Өфөлә рус ғаиләһендә тыуып үҫтем. Башҡорт телен өйрәнмәгәнгә, исмаһам, аңларлыҡ кимәлдә булһа ла белмәгәнгә үкенәм. Ә мәктәптә лә, институтта ла эргәмдә күптәр башҡортса, татарса һөйләшә ине. Өс йыл төҙөлөш отряды составында республиканың төрлө райондарында булырға тура килде, унда ла кешеләр фәҡәт башҡортса аралаша ине
Миңә, ул ваҡыттағы балаға, башҡорт телен өйрәнә башларға нимә этәргес була алыр ине? Был мәсьәләлә тәү сиратта мотивация, ҡыҙыҡһындырыу кәрәктер тип уйлайым. Мәҫәлән, донъяла 150 миллион самаһы кешенең иҡтисади йәһәттән үҫешкән, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған илдәрҙә төрки телдәрҙә һөйләшеүе ошондай этәргес була алыр ине", – тип белдергән Андрей Шаронов сессия барышында.
Фото: mgazeta.com
Читайте нас: