Мөғжизәләр күрҙем был донъяла,
Уларҙың кем белгән һандарын?
Хайран итә мине, таң ҡалдыра
Күпме кисем, күпме таңдарым.
Ете генә мөғжизә бар, имеш,
Бар тарихта! –
Аҡыл еткеһеҙ…
Башҡортостан! Тик үҙеңдә генә
Мөғжизәләр һанап бөткөһөҙ.
Бихисаптыр ерҙең хикмәттәре –
Беренсеһе миңә шул булыр:
Туған телем мөғжизәһе генә
Тормошомдо йәмгә тултырыр.
Туған телем тәүге мөғжизә бит
Миңә генә түгел, ил өсөн,
Беренсеһеҙ булмай икенсеһе,
Беренсеһеҙ булмай меңенсе.
Телем бөтһә, ерем йәме бөтөр,
Мәғәнәһе ҡалмаҫ ғүмерҙең.
Берҙән-берем, йәнем –
Туған телем –
Иң ҙур мөғжизәһе был ерҙең.
Һинһеҙ йәшәү булырмы ни йәшәү?
Оҡшармы ни яҙым яҙыма?
Һәр бер өнөң, һүҙең, бөтә моңоң —
Минең өсөн иң ҙур хазина.
Туған телһеҙ ниндәй бәхет ҡалыр?
Һүнер төҫтәр, тыныр бар көйҙәр.
Туған телем,
Минең өсөн тик һин —
Ерҙә иң беренсе мөғжизә!.