Башҡортостандың ҡайһы бер уҡыусылары өсөн дистанцион уҡыу оҙайтылды. Ҡарар 20 ноябрҙә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы ултырышында ҡабул ителде. Сара 6-10-сы кластарға ҡағыла, тип хәбәр итте «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы. Ул кәмендә 29 ноябргә тиклем дауам итә.
Башланғыс класс уҡыусылары, бишенселәр һәм ун беренселәр мәктәпкә бара.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға сираттағы төҙәтмәләр индерҙе.