Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 01:05

Ғафури ҡыҙы мәртәбәле әҙәби бәйгелә еңеү яуланы!

Татарстанда инде 20 йыл дауамында татар телендә яҙышҡан йәш ижадсылар өсөн “Иҙелем аҡсарлағы” тип аталған уникаль әҙәби фестиваль ойошторола килә. Уны күрше республикала йәштәр сәйәсәтен уңышлы алып барған данлыҡлы “Иҙел” ойошмаһы үткәрә. Сарала йыл һайын бөтә Рәсәйҙән йәш шағирҙар һәм прозаиктар ҡатнаша. Быйыл, мәҫәлән, әҙәби ярышҡа Татарстан, Башҡортостандан, шулай уҡ Киров өлкәһенән йөҙҙән артыҡ ҡулъяҙма ҡабул ителеп, шуларҙың 43-ө финалға уҙған. Финалистар 4 көн дауамында Ҡазанда әҙәбиәт серҙәрен өйрәнгән, билдәле яҙыусылар менән осрашҡан. “Иҙел” үҙәгенең киләсәкте уйлап эш итә белгән креатив һәм егәрле етәксеһе Ләйсән Сафинаның саҡырыуы буйынса бына ике йыл инде унда ҡәләм тибрәткән йәш башҡорт таланттары ла ҡатнаша. Былтыр фестивалгә йәш шағирәбеҙ Айгөл Йәмилева ҡунаҡ булараҡ барһа, быйыл иһә башлап яҙыусы прозаик Рәзинә Зәйнетдинова бәйге тотто. Рәзинәнең фантастика һәм мәрәкә менән һуғарылған хикәйәләрен фестивалдең баһалама ағзалары юғары баһалаған, Рәзинә һылыу “Проза” номинацияһында еңеү яулап, II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Афарин, Рәзинә, был ҡаҙаныш һине тағы ла ҙурыраҡ ижадҡа илһамландырһын!

Татарстанда инде 20 йыл дауамында татар телендә яҙышҡан йәш ижадсылар өсөн “Иҙелем аҡсарлағы” тип аталған уникаль әҙәби фестиваль ойошторола килә. Уны күрше республикала йәштәр сәйәсәтен уңышлы алып барған данлыҡлы “Иҙел” ойошмаһы үткәрә. Сарала йыл һайын бөтә Рәсәйҙән йәш шағирҙар һәм прозаиктар ҡатнаша. Быйыл, мәҫәлән, әҙәби ярышҡа Татарстан, Башҡортостандан, шулай уҡ Киров өлкәһенән йөҙҙән артыҡ ҡулъяҙма ҡабул ителеп, шуларҙың 43-ө финалға уҙған. Финалистар 4 көн дауамында Ҡазанда әҙәбиәт серҙәрен өйрәнгән, билдәле яҙыусылар менән осрашҡан.
“Иҙел” үҙәгенең киләсәкте уйлап эш итә белгән креатив һәм егәрле етәксеһе Ләйсән Сафинаның саҡырыуы буйынса бына ике йыл инде унда ҡәләм тибрәткән йәш башҡорт таланттары ла ҡатнаша. Былтыр фестивалгә йәш шағирәбеҙ Айгөл Йәмилева ҡунаҡ булараҡ барһа, быйыл иһә башлап яҙыусы прозаик Рәзинә Зәйнетдинова бәйге тотто. Рәзинәнең фантастика һәм мәрәкә менән һуғарылған хикәйәләрен фестивалдең баһалама ағзалары юғары баһалаған, Рәзинә һылыу “Проза” номинацияһында еңеү яулап, II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Афарин, Рәзинә, был ҡаҙаныш һине тағы ла ҙурыраҡ ижадҡа илһамландырһын!
Татарстанда уңышлы эшләп килгән “Иҙел” йәштәр үҙәгенең киң эшмәкәрлеге тураһында Башҡортостанда ла әленән-әле ишетеп, һоҡланып торабыҙ! Республикабыҙҙа ла шундай киң тармаҡлы үҙәк булып, йәштәрҙең ынтылышын тормошҡа ашырырға ярҙам итһә ҡалай шәп булыр ине! “Иҙел” йәштәр үҙәгенең саҡырыуы буйынса Башҡортостандың һәләтле ул-ҡыҙҙары төрлө дөйөм төрки халыҡтарҙың йәштәре өсөн уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыу өсөн дә Ҡазанға йыш йөрөп тора, хеҙмәттәшлектең матур ғына емештәре лә бар инде. “Иҙел”дәргә ихласлыҡтары, дуҫлыҡ ҡәҙерен һәм көсөн аңлағандары өсөн тағы ла бер рәхмәт әйтеп, иң изге теләктәрҙе еткерге килә!
Читайте нас: