Ағиҙел
-4 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 11:45
Туған телем
Тамара ҒӘНИЕВА ТУҒАН ТЕЛЕМ Ыласын ҡошмо әллә туған телем – Урал ҡаяларын төйәк иткән? Ҡарурманмы әллә туған телем – Ел ҡағылған һайын сыңлап киткән?
Тамара ҒӘНИЕВА
ТУҒАН ТЕЛЕМ
Ыласын ҡошмо әллә туған телем –
Урал ҡаяларын төйәк иткән?
Ҡарурманмы әллә туған телем –
Ел ҡағылған һайын сыңлап киткән?
Ҡояш менән күктең туҡымаһы –
Тонйорап та торған көнмө әллә?
Ҡурай моңо булып иркәләгән,
Һыҙландырған тойғо һинме әллә?
Бер әйҙәйһең ҡырлас түбәләргә,
Бишек йырын берсә көйләйһең бит.
Әлегә күктәр – хыял кимәлендә...
Ергә ауырға ла бирмәйһең бит.
1984.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?