Ағиҙел
-1 °С
Ясно
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Яңылыҡтар
19 Ноября 2020, 14:00
Башҡорт аштары
Үҙебеҙҙең ризыҡтарға – “Баш бармаҡ”...Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Рәсәй тәмдәре» федераль конкурсында ҡатнашҡан республиканың 26 аҙыҡ-түлек брендын яҡларға саҡырҙы. Ул конкурстың рәсми сайтында 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем дауам итә.
Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙебеҙҙең ризыҡтарға – “Баш бармаҡ”...
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Рәсәй тәмдәре» федераль конкурсында ҡатнашҡан республиканың 26 аҙыҡ-түлек брендын яҡларға саҡырҙы. Ул
конкурстың рәсми сайтында
19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем дауам итә.
Башҡортостан — «Рәсәй тәмдәре» конкурсына ебәрелгән ғаризалар һаны буйынса алдынғы урында. Улар – башҡорт балы, ҡымыҙ, Иглин балы, талҡан, ҡаҙы, ҡаҡланған дөйәғош ите, Бөрйән солоҡ балы, Иглин һуғаны, Учалы кеүәҫе, Ҡариҙел үләндәре, башҡорт ҡорото, «Башҡорт сувениры» перәниге, Федоровка ҡаҙы, бешерелгән сәй, “Урал батыр” бәлзәме, Ҡыҙыл шишмә минераль һыуы, башҡорт бауырһағы, башҡорт соусы, башҡорт баллы сыры, ер еләге, «Ҡорғаҙаҡ», «Красноусол» минераль һыуҙары һәм башҡалар.
Дуҫтар, үҙебеҙҙең милли аҙыҡтарыбыҙға “баш бармаҡ” күрһәтәйек!
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"