Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 00:08

Йәнә бишәү

Исемлеккә тағы биш предприятие ҡушыла. Ошо аҙнала улар менән килешеү төҙөләсәк һәм уңышлы киләсәккә ынтылыш башлана.

Башҡортостандың биш предприятиеһы «Хеҙмəт етештереүсəнлеге һəм мəшғүллеккə булышлыҡ итеү» милли проектына ҡушыла.
БР Иҡтисади үҫеш һəм инвестиция сəйəсəте министрлығынан хəбəр итеүҙəренсə, йыл аҙағына тиклем федераль лимитта ҡаралғандан 30
процентҡа күберəк предприятиены ошо милли проектта ҡатнашыуға индерəсəктəр. Əле исемлектə 87 предприятие. Был планға ҡарата
113 процент.
Иң күп ҡатнашыусылар Өфө (35), Стəрлетамаҡ, Октябрьский, Мəлəүез ҡалаларынан. Бөгөнгə һаҡсыл етештереүгə 1388 хеҙмəткəр уҡытылған.
Милли проектты ғəмəлгə ашырыуҙа ҡатнашыусы предприятиелар етештереүҙе ҡулайлаштырыу, өҫтəмə килем алыуҙан тыш, дəүлəт ярҙамы менəн яңы алымдар индерə, ҡорамалдар ала.

Фото: РФ Хөкүмəте сайтынан.
Читайте нас: