Илаһи көй ағыла. Ирек Камилович аҡ кейемдә. Ул ниндәйҙер ят донъяға барып эләккән. Әллә фәрештәләр, әллә хур ҡыҙҙары уны уратып бейей.
Әкренләп улар күҙҙән юғала.
Бай коттедждың залы. Сумкалар күтәреп, Талип менән Зилә инә.
Зилә. Ваҡытһыҙ йөрөйбөҙ, Талип.
Талип. Ваҡытһыҙ?!. Һин нимә, бисәкәй, самай ваҡыты...
Зилә. Уф!.. Былай булырын белһәм...
Зилә. Кеше хәл өҫтөндә ята, ә беҙ...
Талип. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк... Ҡыҙыуында, бисәкәй!
Зилә. Ут менән шаярабыҙ шикелле...