Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 12:15

Мәскәү башҡорттары

21 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре була. Саралар онлайн рәүештә үтәсәк.

21 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре була. Саралар онлайн рәүештә үтәсәк.
«Башҡорт теле мегаполиста: тенденциялар һәм перспективалар» түңәрәк өҫтәлендә рәсми кешеләр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнаша. Уларҙың алдында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Андрей Федоров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына нигеҙ һалыусы һәм тәүге рәйесе Рәйсә Сырлыбаева һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.
Был көндә, шулай уҡ, башҡорт халҡы мәҙәниәте һәм йәмәғәт тормошона тос өлөш индергән әүҙемселәр тәбрикләнәсәк, милли кейем, тирмә алыу өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ.
Икенсе өлөштә – Мәскәү башҡорттары ойошторған лекциялар.
Мәҙәниәт көндәренең өсөнсө өлөшөндә – үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының концерты. Һәүәҫкәр артистарҙың сығышын Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының ютуб каналында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: