17 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Республика менән идара итеү үҙәген булдырыу мәсьәләләре хаҡында кәңәшмә үткәрҙе.
Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарау һәм уларҙың үтәлешен күҙәтеү буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенең тәжрибәһенә таянып эшләгән төбәктәрҙең береһе.
“Берҙәм системаны булдырыу республика тормошоноң төрлө тармағын күҙәтергә, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирәсәк”, – тине Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса етәксеһе Елена Прочаковская.
-- Республика менән идара итеү үҙәген тиҙҙән эшләтәсәкбеҙ. Әлегә ул бер-нисә майҙанда урынлашҡан. Яңы йылдан һуң Үҙәк бер бинала буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.