Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 10:15

Халыҡҡа яңы кейем...

Салауат ӘБҮЗӘРХАЛЫҠҠА ЯҢЫ КЕЙЕМХ. К. Андерсендың «Батшаның яңы күлдәге” әкиәтенә эйәреп.Борон заманмы, белмәйем,Батша саҡырып Бейен:“Тиҙ арала тектер, – тигән, –Халыҡҡа яңы кейем!”

Салауат ӘБҮЗӘР
ХАЛЫҠҠА ЯҢЫ КЕЙЕМ
Х. К. Андерсендың «Батшаның яңы күлдәге” әкиәтенә эйәреп.
Борон заманмы, белмәйем,
Батша саҡырып Бейен:
“Тиҙ арала тектер, – тигән, –
Халыҡҡа яңы кейем!”
Ни ҡылырға белмәй, ти, Бей, –
Мәсьәләнең төбө юҡ:
Кейем бесергә тауар юҡ,
Энәһе юҡ, ебе юҡ...
Уйлай торғас, урынынан
Һикереп үк торған, ти.
Ете диңгеҙ аръяғынан
Тегенсе саҡырған, ти.
“Тегенсе дуҫ, башыбыҙға
Төштө ҙур бәлә, – тигән. –
Был эш бары һинең генә
Ҡулыңдан килә”, – тигән.
Тегенсе күҙ ҡыҫа быға:
“Юҡҡа борсолма, Бейем,
Тегеп бирермен халҡыңа
Затлынан-затлы кейем!
Ләкин уның бер сере бар:
Ҡолаҡ һал һүҙемә, – ти, –
Ул кейем һис тә күренмәҫ
Ахмаҡтар күҙенә”, – ти.
Шулай итеп, ике яҡ та,
Ҡаҙанда ит бешеүгә,
Устарын устарға һуғып,
Ҡул ҡуя Килешеүгә.
Иртәгәһен ҙур майҙанға
Йыйылған көллө халыҡ,
Һәм ярандар тегеләй-былай
Саба, ти, хайран ҡалып:
–Бындай кейем донъяла юҡ!..
–Кейем түгел был – тәтәй!..
–Әллә нур ҡушып теккәндәр!..
–Килешеп тора, үәт, әй!..
–Күҙҙең яуын ала инде!..
–Иҫ киткес биҙәктәре!..
–Ҡарағыҙ әле, алтын бит
Тағылған һиҙәптәре!..
Эй, маҡтайҙар, эй, данлайҙар, –
(Ни ҡылаһың ялланғас...)
Шунда бер малай ҡысҡырҙы:
–Ә халыҡ бит яланғас!..
Читайте нас в