Геройҙың исеме - Эдуард Таһиров. Уҡыусы Әбйәлил районындағы Әүнәш йылғаһында ял иткәндә билдәһеҙ егеттең һыуҙа бата башлауын күргән. Эдуард шунда уҡ ярҙамға ташланған.
«Баҡтиһәң, уның аяғы ағасҡа бәйләп ҡуйылған бауға эләккән икән, - тип һөйләне үҫмер. — Мин арҡанды тағатып, егетте ярға һөйрәп сығарҙым».
Бәләгә тарыған 16 йәшлек егет үҙенең ҡотҡарыусыһына ҡарағанда кәүҙәгә мыҡтыраҡ, ләкин Эдуард ул ваҡытта уны һыуҙан сығара аламмы-юҡмы тип уйлап та тормаған.
Әйткәндәй, үҫмер йә табип, йә ҡотҡарыусы булырға теләй.