Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 17:35

Ауырғазы районында өс модулле фельдшер-акушер пункты асылды

Башҡортостанда яңы ФАП-тар асыу эше дауам итә. Ауырғазы районында ла бер юлы өс модулле фельдшер-акушар пункты үҫ ишектәрен асты.Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, быға тиклем булған ФАП-тар сафтын сыҡҡан, улар санитар нормаларға тап килмәгән булған.

Башҡортостанда яңы ФАП-тар асыу эше дауам итә. Ауырғазы районында ла бер юлы өс модулле фельдшер-акушар пункты үҫ ишектәрен асты.
Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, быға тиклем булған ФАП-тар сафтын сыҡҡан, улар санитар нормаларға тап килмәгән булған.
Ә Туҡай, Иҫке Ибрай һәм Уҫман ауылдарындағы “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы медицина биналары заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған, унда барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.
Әлеге ваҡытта Ауырғазы районында бөтәһе 41 ФАП уңышлы эшләй, үткән айҙа Таштамаҡ һәм Ҡорманай ауылдарында фельдшер-аушерлыҡ пункттары асыла.
2025 йылға тиклем районда модулле тағы 9 фельдшер-акушер пунктын сафҡа индереү планлаштырыла.
#нацпроект
#миллипроект
Читайте нас: