Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 14:35

Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа

БРИКС ((Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка илдере берләшмәһе) ойошмаһының саммиты ваҡытында ултырыш менән етәкселек иткән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың терроризмға бәйле мәсьәләләрҙең һәр илдә лә килеп сығыу ихтималлығын аңлатырға теләп “В семье не без урода” тигән рус мәҡәлен ҡулланыуы тәржемәселәрҙе ауыр хәлгә ҡалдырған.

Был һөйләмде башҡорт теленә тәржемә итһәләр тәржемәселәр, моғайын да, “Аттан ала ла тыуа, ҡола ла” тиер ине. Күрәһең, саммитта инглиз телендәге мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе яҡшы белмәгән тәржемәселәр эшләгәндер, күп осраҡта тормошта телде генә белеү етмәй шул, ауыҙ-тел ижады һәм халыҡ тыуҙырған отҡор һүҙбәйләнештәрҙе лә өйрәнеү, аңлау кәрәк.
Читайте нас: