Оҙайлы ваҡыт ил сиктәренең бикле тороуы арҡаһында, Рәсәйгә наркотиктарҙы йәшереп ташыусы контрабандистарҙың “эшмәкәрлек” кәмәһе ҡомға терәлгән тиһәң дә була, былтырғы менән сағыштырғанда “уңыштары” өстән бер өлөшкә кәмегән.
Шулай уҡ Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советында Владимир Путин төбәк етәкселәре наркотиктарға ҡаршы сәйәсәт өсөн шәхсән яуаплы, был йүнәлештә әле эшләргә лә эшләргә кәрәк тип белдерҙе. Президент һуңғы йылдарҙа еңел, йәғни ҡурҡынысһыҙ наркотик тип классификациялап Рәсәйгә байтаҡ ағыу индерелеүенә борсолоуын, ул зыянһыҙ тигән матдәләрҙең дә йыл һайын меңәрләгән ватандаштарыбыҙҙың ғүмерҙәрен ҡыйыуын әйтеп, шул хәүефһеҙ тип аталған, һаналған наркотик матдәләр ҡушылған допингтарға ла ҡаршы көрәшергә әйҙәне.